Һаҡмар
+3 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
1 Апреля 2023, 05:00

Матурлыҡ витамины

Битегеҙҙәге косметиканы йыуғас, Е витаминын күҙ тирәһенә һөртөп ҡуйығыҙ. Ул күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙы тигеҙләр...

Матурлыҡ витаминыМатурлыҡ витамины
Матурлыҡ витамины

 Матурлыҡ витамины

Е витаминын икенсе төрлө – матурлыҡ витамины, тиҙәр. Һәм ысынлап та ул косметологияла киң ҡулланыла. Шулай итеп, дарыухананан алған майлы Е витамины менән матурлыҡты һәм йәшлекте оҙайтып була.

- Битегеҙҙәге косметиканы йыуғас, Е витаминын күҙ тирәһенә һөртөп ҡуйығыҙ. Ул күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙы тигеҙләр. Уларҙы булдырмауға булышлыҡ итер.

- Әгәр сәстәрегеҙ һынһа, осо икеләнһә, остарына Е витамины һөртөгөҙ. Быны таҙа сәскә эшләйбеҙ һәм йыумайбыҙ.

- Ҡулығыҙға һөртөгөҙ. Ике тамсы Е витамины ҡулығыҙҙың тиреһен йомшартып, матурлап ебәрер.

- Ҡашығыҙға һәм керпектәрегеҙгә һөртөгөҙ. Был уларҙың матурланыуына, үҫеүенә булышлыҡ итер.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас