+21 °С
Болотло


Эремсектән запеканка
Был тәмлекәс өсөн 600 гр эремсек, 8 аш ҡалағы манный ярмаһы, 1 стакан ҡаймаҡ, 9 аш ҡалағы шәкәр, 4 йомортҡа, 1 ҡап разрыхлитель, ванилин, семтем тоҙ кәрәк була.
Ҡаймаҡ менән манный ярмаһын алдан ҡушып болғатабыҙ. Ул 15 минут тирәһе бүртеп ятһын.
Блендер ярҙамында эремсекте иҙеп алабыҙ. Унан ошонда уҡ ҡаймаҡлы манныйҙы төшөрәбеҙ. Тоҙ, ванилин һәм разрыхлитель өҫтәйбеҙ. Яҡшылап туҡыйбыҙ.
Йомортҡа менән шәкәрҙе ағарғансы туҡыйбыҙ. Был иҙмәгә һаҡ ҡына эремсекле иҙмәне ҡушабыҙ. Ипләп кенә болғатабыҙ ҙа, майлы формаға һалабыҙ.
180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40-45 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!