Файҙалы кәңәштәр
23 Март 2023, 10:02

Олоғайған һайын...

Оло йәштәгеләрҙең һаулығы өсөн насар тип һаналған ғәҙәттәр:  1. Тәүге иң насар ғәҙәт - һыуҙы аҙ эсеү. Кеше олоғая барған һайын улай уҡ һыуһағанын артыҡ тоймай. Шулай ҙа ваҡытында һыу эсеп барығыҙ!  2. Икенсе насар ғәҙәт - ашау рационында аҡһымды кәметеү.   

Олоғайған һайын...Олоғайған һайын...
Олоғайған һайын...

Оло йәштәгеләрҙең һаулығы өсөн насар тип һаналған ғәҙәттәр: 

1. Тәүге иң насар ғәҙәт - һыуҙы аҙ эсеү. Кеше олоғая барған һайын улай уҡ һыуһағанын артыҡ тоймай. Шулай ҙа ваҡытында һыу эсеп барығыҙ! 

2. Икенсе насар ғәҙәт - ашау рационында аҡһымды кәметеү. 

3. Төнгә ҡарай ашанып ятыу. Күптәр беҙ еңелсә генә ашап ятабыҙ, тиерҙәр. Йоҡлар алдынан ашаған ризыҡ диабетҡа юл һала, метаболик яҡтан ауырлыҡтар кисерә башлай. 

4. Дүртенсе һаулыҡҡа зарар килтерер факт - диеталағы клетчатканың етмәүе. Етерлек клетчатка алыр өсөн рационығыҙға һоло бутҡаһын, еләк-емеште, алманы, ҡуҙаҡлы йәшелсәне индерегеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас