Файҙалы кәңәштәр
23 Март 2023, 11:25

Арҡаң ауыртһа, табаныңа массаж эшлә!

Эй, ошо яҙ, матур булһа ла, арҡаны ауырттыра. Йылы кейем тирләттерә, йоҡағы өшөттөрә. Нимә кейергә лә белеп булмай. етмәһә, үҙеңдең арҡаңа үҙең массаж эшләп булмай. Туҡта! Табаның массаж эшләп тә уны бөтөрөп була бит әле... Ышанмайһыңмы? Һынап ҡара!  Табан һөйәге тармаҡтарында ниндәйҙер орган өсөн яуап биргән билдәле бер нөктәләр бар икән. Быны һеҙ һүрәттә лә асыҡ күрәһегеҙ.   

Арҡаң ауыртһа, табаныңа массаж эшлә!Арҡаң ауыртһа, табаныңа массаж эшлә!
Арҡаң ауыртһа, табаныңа массаж эшлә!

Эй, ошо яҙ, матур булһа ла, арҡаны ауырттыра. Йылы кейем тирләттерә, йоҡағы өшөттөрә. Нимә кейергә лә белеп булмай. етмәһә, үҙеңдең арҡаңа үҙең массаж эшләп булмай. Туҡта! Табаның массаж эшләп тә уны бөтөрөп була бит әле... Ышанмайһыңмы? Һынап ҡара! 

Табан һөйәге тармаҡтарында ниндәйҙер орган өсөн яуап биргән билдәле бер нөктәләр бар икән. Быны һеҙ һүрәттә лә асыҡ күрәһегеҙ. 

 

Массаж методикаһы 

Табаныңдан "Умыртҡа һөйәген" эҙләп тап. Бының өсөн аяҡтарыңды бер-береһенә һалып, иҙәнгә ултыр. Ҡулың менән бер аяғығыңдың табанын тот. Аяҡтағы баш бармаҡ һәм үксә араһындағы иң ҙур һыҙыҡ умыртҡа һөйәге өсөн яуап бирә. Ныҡлап ҡарап, уны ҡойроҡ һөйәге, бил тирәһе, күкрәк һәм муйын бүлегенә бүлеп сығырға була. 

Баш бармаҡ менән үксәнән аяҡ осона ҡарай шул һыҙыҡты баҫҡыслап, иҙгесләп сығығыҙ. Әгәр умыртҡа һөйәгендә проблемалар булһа, баҫҡан саҡта ауыртыу һиҙерһегеҙ. Уға массаж яһап, һеҙ умыртҡа һөйәгенә туранан-тура тәьҫир итә алмайһығыҙ, әлбиттә.

Һеҙ был рәүешле нервы тамырҙарының осона тәьҫир итеп, көсөргәнеш тыуҙырған нервы тамырын йомшартаһығыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас