+21 °С
Болотло


Был шәп ризыҡ өсөн ярты килограмм картуф, 300 гр балыҡ ите, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, укроп һәм тәмләткестәр кәрәк була.
Картуфты әрсеп, 4 өлөшкә бүлеп ҡырҡабыҙ. Унан ҡайнап ултырған тоҙло һыуҙа 20 минуттай бешереп алабыҙ. Һыуын түгәбеҙ.
Балыҡты киҫәктәргә бүлеп ҡырҡып сығабыҙ. Укропты турайбыҙ.
Айырым һауытта картуфты, балыҡты, ҡаймаҡты, тәмиләткестәрҙе һәм укропты ҡушып ипләп кенә болғатабыҙ.
Хәҙер бешереү өсөн форманы (табаны) әҙерләйбеҙ һәм массаны шунда бушатабыҙ.
190 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 20 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!