Файҙалы кәңәштәр
18 Март 2023, 03:44

Яраны бөтөрә торған май

Ниндәй генә яра булыуға ҡарамаҫтан, хатта эренле булғанын да бөтөрә торған май ❗ Был майҙы эшләү өсөн бәпкә үләне һуты кәрәк була. Бер порция өсөн 1 аш ҡалағы һут алына. Ошо күләмдәге үлән һутын 60 гр иретелгән сусҡа майына һалына. Яҡшылап болғатығыҙ һәм йылы урынға ултыртып ҡуйығыҙ. Бер аҙҙан алып, йәнә болғатығыҙ. Тигеҙ масса килеп сығырға тейеш. Унан 1 балғалаҡ бал ҡорто балауыҙын (воск) һәм саҡ ҡына прополис өҫтәгеҙ. 

Яраны бөтөрә торған майЯраны бөтөрә торған май
Яраны бөтөрә торған май

Ниндәй генә яра булыуға ҡарамаҫтан, хатта эренле булғанын да бөтөрә торған май ❗

Был майҙы эшләү өсөн бәпкә үләне һуты кәрәк була. Бер порция өсөн 1 аш ҡалағы һут алына. Ошо күләмдәге үлән һутын 60 гр иретелгән сусҡа майына һалына. Яҡшылап болғатығыҙ һәм йылы урынға ултыртып ҡуйығыҙ. Бер аҙҙан алып, йәнә болғатығыҙ. Тигеҙ масса килеп сығырға тейеш. Унан 1 балғалаҡ бал ҡорто балауыҙын (воск) һәм саҡ ҡына прополис өҫтәгеҙ.

Ҡатнашманы утҡа ултыртығыҙ. Ҡайнап сығыу менән утын ҡыҫығыҙ һәм һүрән утта йәнә 5 минут тотоғоҙ. Уттан алғас был ҡатнашманы йылы урында 2 сәғәттәй тотоғоҙ.

Әҙер була яҙған майҙы һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. Тик һәр сәғәт һайын алып, яҡшылап болғатып тороғоҙ. Ул тигеҙ генә булып ҡатырға тейеш.

Бына шифалы май әҙер. Был майҙы оҙаҡ ваҡыт һыуытҡыста һаҡларға була. Ҡулланыу ҙа әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Сей яраға һылайһың да, өҫтөн ҡаплайһың. Бик тиҙҙән яранан бер нәмә лә ҡалмаҫ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас