

"12 ҡалаҡ" бәлеше Был бәлеште итальяндар уйлап сығарған. Күпереп торған бәлеште бешереүе лә бик еңел. Ә тәме... ммм... ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп киттеме? Шулай итеп, кәрәк буласаҡ аҙыҡты йыйып алайыҡ. * 3 йомортҡа * 12 аш ҡалағы шәкәр * 12 аш ҡалағы үҫемлек майы * 12 аш ҡалағы һөт * 12 аш ҡалағы он * 1 балҡалаҡ разрыхлитель * ярты лимондың һуты һәм цедраһы * биҙәү өсөн шәкәр пудраһы. Табаҡта йомортҡаны туҡып алабыҙ ҙа шәкәр, семтем тоҙ өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә миксер менән 2 минут тирәһе туҡыйбыҙ. Сират үҫемлек майы менән һөткә етте. Ошонда уҡ цедра менән лимон һутын өҫтәйбеҙ. Был юлы блендерҙы эшкә егәбеҙ. Әҙер шыйыҡ массаға өймәләмә 12 аш ҡалағы он менән бер пакет разрыхлитель һалып, яҡшылап болғатабыҙ. 20-22 см диаметрлы формаға бешереү өсөн ҡағыҙ түшәп, өҫтөнә май һылайбыҙ ҙа әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ. Форманы бер аҙ өйрөлтөп, һелкетеп алабыҙ. Өҫтөнә бер аҙ күбектәр ҡалҡһын. 180 градус эҫелектәге духовкала 20-25 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Һыуынған бәлеште шәкәр пудраһы менән биҙәргә була. Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!