+24 °С
Ямғыр


🍪 Эремсекле был печеньены әҙерләү өсөн ни бары 25 минут етә.
Бының өсөн 250-300 гр эремсек, 150 гр аҡ май, 1 балғалаҡ разрыхлитель, семтем ванилин, 4 аш ҡалағы шәкәр, 170-200 гр он кәрәк була.
Һаналып үтелгәндәрҙе ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Әгәр ваҡыт иркен булһа, ҡамырҙы 30-40 минут ял иттерегеҙ.
Ҡамырҙы йәйәбеҙ. Тик үтә ныҡ йоҡа булмаһын. ҡырҡып сығабыҙ ҙа шәкәрҙә әүәләйбеҙ. Унан өсмөйөш итеп бөкләп, 200-250 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала ҡыҙарғансы бешеп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Ҡалғаны видеола