Файҙалы кәңәштәр
14 Марта 2023, 07:21

Итле гөбәҙиә

Гөбәҙиә өсөн әсе йә сөсө ҡамырҙы ҡулланалар.  Әҙерләнгән ҡамырҙы табанан сығып торорлоҡ итеп йәйәләр ҙә майлы табаға һалалар, өҫтөн майлайҙар. Ҡорот һалғас ебеп китмәһен өсөн ҡамыр өҫтөнә йоҡа ғына итеп дөгө, шунан — ҡорот, аларҙың өҫтөнә — 2-3 мм тигеҙләп тағы ла дөгө, өҫтөнә 6-8 мм ҡалынлығында ит турағыс аша үткәрелгән һәм ҡыҙҙырып алынған ит һалалар.    

Итле гөбәҙиәИтле гөбәҙиә
Итле гөбәҙиә

Гөбәҙиә өсөн әсе йә сөсө ҡамырҙы ҡулланалар. 

Әҙерләнгән ҡамырҙы табанан сығып торорлоҡ итеп йәйәләр ҙә майлы табаға һалалар, өҫтөн майлайҙар.

Ҡорот һалғас ебеп китмәһен өсөн ҡамыр өҫтөнә йоҡа ғына итеп дөгө, шунан — ҡорот, аларҙың өҫтөнә — 2-3 мм тигеҙләп тағы ла дөгө, өҫтөнә 6-8 мм ҡалынлығында ит турағыс аша үткәрелгән һәм ҡыҙҙырып алынған ит һалалар.

Итте майҙа ҡыҙҙырылған һуған менән ҡушып болғатырға ла мөмкин.

Ит өҫтөнә тағын да йоҡа ғына итеп бүрттерелгән дөгө, уның өҫтөнә ваҡ ҡына туралған йомортҡа һәм тағы бер ҡат дөгө һалалар.

Өҫкә йомшартылған йөҙөм (күрәгә, һөйәктәре (төштәре) алынған ҡара емеш йәки өрөк) һалына, эсенә күп кенә итеп эретелгән аҡ һыйыр майы йә иһә һары май һибәләр.

Гөбәҙиәне мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөн майлайҙар һәм валсыҡ һибәләр. Әгәр мейес артыҡ ҡыҙыу булһа, гөбәҙиәнең өҫтө ҡыҙарғас, һыуҙа еуешләтелгән ҡағыҙ ябалар.

Уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә итле гөбәҙиә 40-50 минут бешә. Әҙер гөбәҙиәне киҫәктәргә бүлеп, табынға ҡайнар килеш сығаралар.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас