Файҙалы кәңәштәр
13 Март 2023, 13:00

Күҙҙән йәш ҡойолоп тик торамы?

Әгәр күҙҙән йәш ҡойолоп тик торһа, махсус боҫлама (копресс) ярҙамға килер. Боҫлама әҙерләү өсөн 1 балғалаҡ бесәй үләне (валерьян) тамырын, 1 балғалаҡ аҡ сирен сәскәһен, 1 балғалаҡ ялан ромашкаһын, 1 балғалаҡ очанка, 1 балғалаҡ рута үләне кәрәк булыр. Быларҙың барыһын да аптеканан алырға мөмкин.   

Күҙҙән йәш ҡойолоп тик торамы?Күҙҙән йәш ҡойолоп тик торамы?
Күҙҙән йәш ҡойолоп тик торамы?

Әгәр күҙҙән йәш ҡойолоп тик торһа, махсус боҫлама (копресс) ярҙамға килер.

Боҫлама әҙерләү өсөн 1 балғалаҡ бесәй үләне (валерьян) тамырын, 1 балғалаҡ аҡ сирен сәскәһен, 1 балғалаҡ ялан ромашкаһын, 1 балғалаҡ очанка, 1 балғалаҡ рута үләне кәрәк булыр. Быларҙың барыһын да аптеканан алырға мөмкин. 

1 стакан ҡайнар һыуға 1 балғалаҡ үлән ҡатнашмаһын һалығыҙ. 20 минуттай ул бешһен дә, һөҙөп алығыҙ. Һыуынғас был төнәтмә менән күҙҙәрегеҙгә боҫлама эшләгеҙ.

Был боҫлама күҙҙең йәшләнеп тороуын ғына бөтөрөп ҡалмаҫ, тамырҙарҙа ҡан йөрөшөн яҡшыртыр, күҙегеҙҙе яҡшы итеп тын алдырыр. Күҙегеҙҙә ҡом бар кеүек тойһағыҙ, шулай уҡ был боҫламаны эшләгеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас