

Тубыҡтағы һыҙланыуҙан «аспиринлы бал»
Тубыҡты ауырттырһаң, ул тиҙ генә бөтмәй торған. Айырыуса олоғая барған һайын ул үҙен һиҙҙертә бара. Был һыҙланыуҙан ҡотолоу өсөн ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ.
10 төймә аспиринды онтайбыҙ һәм 200 гр балға ҡушып болғатабыҙ. Бал шыйыҡ булһа, бигерәк яҡшы. Был ҡатнашманы йылы урында 10 көт тоторға кәрәк. Мәле менән болғатып-болғатып алырға онотмайбыҙ.
Бына дауа әҙер. Быны ауыртҡан һәм һыҙлаған тубыҡҡа һөртөп, йөн әйбер, уның өҫтөнән полиэтилин ҡуйып, ныҡлап уратып ҡуйырға. Был компрестан тубыҡ тиреһе ҡыҙарыуы, әсетеп яныуы ихтимал. Бындай уңайһыҙлыҡтар тиҙҙән үтер.
Был процедураны төнгөлөккә эшләү зарур. Еңеллек тойғансы ҡабатлағыҙ. Шулай уҡ еңеллек килһен өсөн интернеттан ҡарап, махсус күнекмәләр ҙә эшләгеҙ.
!Аспирин һәм бал продукцияһына аллергияһы булған кешеләргә был дауанан баш тартырға тура килер!
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланған саҡта табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!