Файҙалы кәңәштәр
11 Март 2023, 11:00

Миндектең була төрлөһө

Ҡайын миндеге эҫе парҙы яҡшы ҡыуа, тирене массажлай. Миндектең япраҡтары ла, бөрөләре лә, туҙы ла, ҡайын һуты ла файҙалы. Тап шуның өсөн дә ҡайын миндеге популяр. Ҡайын миндеге мускул һәм быуын ауыртыуҙарын баҫа. Был шулай уҡ физик эштән һуң ярҙам итә.  ▫️Имән миндеге тынысландыра һәм ялҡынһыуҙан ярҙам итә. Был физик һәм аҡыл яғынан арыған саҡта имән миндеге менән сабынығыҙ. Имән миндеге майлы тире өсөн файҙалы.   ▫️Эвкалипт миндеге хуш...

Миндектең була төрлөһөМиндектең була төрлөһө
Миндектең була төрлөһө

Бик тә файҙалы миндектәр: 

▫️Ҡайын миндеге эҫе парҙы яҡшы ҡыуа, тирене массажлай. Миндектең япраҡтары ла, бөрөләре лә, туҙы ла, ҡайын һуты ла файҙалы. Тап шуның өсөн дә ҡайын миндеге популяр. Ҡайын миндеге мускул һәм быуын ауыртыуҙарын баҫа. Был шулай уҡ физик эштән һуң ярҙам итә. 

▫️Имән миндеге тынысландыра һәм ялҡынһыуҙан ярҙам итә. Был физик һәм аҡыл яғынан арыған саҡта имән миндеге менән сабынығыҙ. Имән миндеге майлы тире өсөн файҙалы.  

▫️Эвкалипт миндеге хуш еҫле булыуы менән айырыла. 

▫️Артыш миндеге ҡан әйләнешен яҡшырта. Бактерияларҙан һаҡлау буйынса уға тиңе юҡ. 

▫️Кесерткән миндеге радикулиттан һәм быуын ауырыуҙарынан ярҙам итә.  

▫️Пижма миндеге бөйөр һәм һейҙек ҡыуығы ауырыуҙарынан ярҙам итә.  

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас