+24 °С
Ямғыр


Был маскалар күҙ тирәһендәге тирене тарттырырға һәм йәшәртергә ярҙам итер:
* йомортҡаны туҡып, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушығыҙ. Был масканы 20 минуттан һуң йыуып төшөрөгөҙ;
* алоэ гөлөнөң 2 япрағын иҙеп, 1 балғалаҡ дымландырыусы кремға ҡушығыҙ. Унан 5 тамсы сәй ағасы майын тамыҙығыҙ. Был масканы 15 минутҡа һөртөгөҙ;
* ҙур булмаған картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ һәм 1 йомортҡа һарыһын, 1 аш ҡалағы тоҙло кәбеҫтә һыуын ҡушығыҙ. Ҡатнашманы 10 минут тотоғоҙ.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!