

Аяғыңды содалы һыуға тығып ултырһаң, йәш баланыҡы кеүек булыр.
1. Сода һәм диңгеҙ тоҙо менән ванна.
Тасҡа йылы һыу ҡойоғоҙ һәм 2 аш ҡалағы диңгеҙ тоҙо менән 2 аш ҡалағы coда һалып, яҡшылап болғатығыҙ. Был иҙмәгә аяғығыҙҙы тығып, 7-8 минут ултырығыҙ.
2. Сода һәм һабынлы ванна.
Аяғығыҙҙы ныҡлап таҙартыр өсөн 3 литр йылы һыуға 2 аш ҡалағы һәм 2 аш ҡалағы ҡырғыстан үткәрелгән һабын онтағын һалығыҙ. Был иҙмәлә аяғығыҙҙы 10 минут тирәһе тығып ултыр.
3. Сода һәм майлы ванна.
Әгәр аяғығыҙҙы дымландырып, тағы ла матур булыуын теләһәгеҙ, 3 литр йылы һыуға 2 аш ҡалағы сода һалығыҙ. Унан содалы һыуға пaчули, лимoн, әфлис, лaвaнда йәки миндaль майын (аптекала һатыла) өҫтәгеҙ. Был һыуға аяҡтарығыҙҙы 10 минуттай тығып ултырығыҙ.
4. Сода һәм һөт менән эшләнгән ванна.
Табанығыҙ йомшаҡ ҡына булыуын теләһәгеҙ, 1 литр йылы һөткә 1 балғалаҡ сода ҡушығыҙ. Содалы һөткә аяғығыҙҙы 10 минуттай тығып ултырығыҙ.
5. Сода һәм перекись менән эшләнгән ванна.
Үксәгеҙ һәм табанығыҙ ярылһа, йылы һыуға 2 аш ҡалағы водород перекисы менән 2 аш ҡалағы сода һалығыҙ. Был иҙмәлә аяғығыҙҙы 12-15 минуттай тығып ултырығыҙ.
6. Йод менән содалы ванна.
2 литр һыуға 2 аш ҡалағы сода менән 2 аш ҡалағы йод һалығыҙ. Был иҙмәлә аяғығыҙҙы 10 минут тығып ултырығыҙ.
7. Сода һәм балсыҡтан ванна.
Аяҡ тиреһе кибеп, ярылып һәм тиреһе ҡатланып торған кеүек булһа, был иҙмә ярҙамға килер. Бының өсөн 4 аш ҡалағы аҡ балсыҡ менән 2 аш ҡалағы соданы 2 литр һыуға һалығыҙ.
Был ванналарҙы аяғығыҙға һәр саҡ эшләп тороғоҙ. Йоҡлар алдынан табанығыҙға дымландырыусы крем һөртөгөҙ. Ул саҡ табанығыҙ йәш баланыҡы кеүек булыр.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!