+24 °С
Ямғыр


Бының өсөн 200 гр маргарин, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он, 1 йомортҡа, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1 семтем тоҙ, ҡайнатма кәрәк була.
Йомортҡаны шәкәр менән бутайбыҙ ҙа маргарин иретеп ҡушабыҙ.
Иләп он, тоҙ һәм сода һалабыҙ. Һығылмалы ғына ҡамыр килеп сығырға тейеш.
Ҡамырҙың 1/4 өлөшөн айырып туңдырғысҡа һалып торабыҙ.
Ҡалғанын иһә ҡул менән тигеҙ итеп таба төбөнә йәйәбеҙ. Өҫтөнә ҡайнатма һөртәбеҙ.
Хәҙер инде туңдырғыстан ҡалған ҡамырҙы алып, эре ҡырғыс аша өҫтөнә ҡырып сығабыҙ.
Ҡыҙған мейестә 15-20 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Өҫтө ҡыҙарып сығырға тейеш.
Сәйегеҙ тәмле булһын!