Файҙалы кәңәштәр
7 Март 2023, 07:00

Сәй бәшмәген үҙегеҙ ҙә үҫтерә алаһығыҙ!

Сәй бәшмәген ҡайҙандыр һатып алырға йәки яҙҙырып алыу уйы менән йөрөйһәгәҙ икән, бер аҙ туҡтап тороғоҙ. Башта был яҙманы уҡып сығығыҙ. Ул саҡта ябай ғына ҡара сәйҙән йәки әлморондан уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Башланыҡмы?  Ҡара сәйҙән  Әгәр һеҙгә сәй бәшмәге һыуһынды ҡандыра торған тәмле эсемлек өсөн генә кәрәк икән, ҡара сәй ҙә етә. Бының өсөн өс литрлыҡ банка, марля туҡымаһы, сәйнүк, ҡайнар һыу, шәкәр һәм эре япраҡлы ҡара сәй кәрәк буласаҡ. Ҡара сәйгә бер ниндәй ҙә ҡушылма ҡушылмаһын. Иң осһоҙо, иң эре япраҡлыһы булһын.   

Сәй бәшмәген үҙегеҙ ҙә үҫтерә алаһығыҙ!Сәй бәшмәген үҙегеҙ ҙә үҫтерә алаһығыҙ!
Сәй бәшмәген үҙегеҙ ҙә үҫтерә алаһығыҙ!

Сәй бәшмәген ҡайҙандыр һатып алырға йәки яҙҙырып алыу уйы менән йөрөйһәгәҙ икән, бер аҙ туҡтап тороғоҙ. Башта был яҙманы уҡып сығығыҙ. Ул саҡта ябай ғына ҡара сәйҙән йәки әлморондан уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Башланыҡмы? 

Ҡара сәйҙән 

Әгәр һеҙгә сәй бәшмәге һыуһынды ҡандыра торған тәмле эсемлек өсөн генә кәрәк икән, ҡара сәй ҙә етә. Бының өсөн өс литрлыҡ банка, марля туҡымаһы, сәйнүк, ҡайнар һыу, шәкәр һәм эре япраҡлы ҡара сәй кәрәк буласаҡ. Ҡара сәйгә бер ниндәй ҙә ҡушылма ҡушылмаһын. Иң осһоҙо, иң эре япраҡлыһы булһын. 

Башта өс литрлыҡ банканы яҡшылап йыуып алығыҙ. Юғиһә бәшмәк үҫеп тә өлгөрмәҫтән һәләк була. Шулай уҡ банканы йыуған саҡта синтетик саралар ҡулланмағыҙ. Ни бары аш содаһы менән генә йыуығыҙ. 

Сәйнүккә 5 аш ҡалағы ҡара сәй һалығыҙ ҙа өҫтөнә ярты литр боһорап торған ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Һыуынғансы "онотоп" тороғоҙ. Унан бешкән ҡара сәйгә 7 аш ҡалағы шәкәр ҡушығыҙ. Яҡшылап болғатҡандан һуң марля менән һөҙөгөҙ. Ҡаты шәкәрле сәйҙе өс литрлыҡ банкаға ҡойоғоҙ. Өҫтөн марля менән ҡаплағыҙ ҙа йылы урынға ултыртығыҙ. Ул ошолай йылыла ай ярым торһон. 

1-1.5 аҙнанан һуң сәйҙән уксус еҫе сығыр. Бының өсөн борсолмағыҙ. Был еҫ 5-6 көндән юғалыр. Ә бына сәй өҫтөндә йоҡа ғына пленка барлыҡҡа килер. Был сәй бәшмәге булыр. Ул көндән-көн ҡалыная барыр. 

Әлморондан... 

Әгәр һеҙ һыуһын ҡандырыу менән бер рәттән һаулығығыҙҙы ла нығытырға теләһәгеҙ, әлморон емештәренән бәшмәк эшләгеҙ. Бындай сәй бәшмәге һыуыҡ миҙгелдәрҙә, грипп, һалыу тейгән мәлдәрҙә, шулай уҡ авитаминоз сәскә атҡан яҙ көндәрендә бик тә файҙалы була. Был бәшмәкте лә үрҙә әйтеп үтелгән ысул менән үҫтерәләр. 

Башта әлморон төнәтмәһен эшләп алыр кәрәк. Бының өсөн емештең яңы өҙөп алынғаны ла, кипкәне лә ярап ҡала. Һуңғыһын аптеканан һатып алырға мөмкин. Термосҡа 4 аш ҡалағы әлморон һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябығыҙ. Ошолдай ул 5 тәүлек төнәһен. 

Төнәтмә әҙер булғас, бәшмәкте үҫтерә башлағыҙ. өс литрлыҡ банканы сода менән йыуып алығыҙ ҙа әлморон төнәтмәһен һәм алдан әҙерләнгән ҡара сәйҙе ҡойоғоҙ. Сәйҙе 1 аш ҡалағы ҡара сәйгә 1 стакан һыу ҡойоп әҙерләгеҙ. 1 стакан һыуға 5 аш ҡалағы шәкәр ҡушығыҙ һәм 1 тәүлек төнәтегеҙ. Унан марля менән һөҙөп, банкаға ҡойоғоҙ. Банканы марля менән ҡаплап, йылы урынға ултыртығыҙ. Ҡалғаны үрҙә яҙып үтелгән схема буйынса булыр. Бәшмәк 1.5-2 айҙан әҙер булыр. 

Сәй бәшмәген тәрбиәләү 

Сәй бәшмәге һәр саҡ шыйыҡса өҫтөндә йөҙөп йөрөргә тейеш. Әгәр ул бата башлаһа, тимәк ул ауырыған. Дауалар кәрәк. Дауалау ысулы бик ябай - таҙа булһын. 

Шыйыҡса миҡдары

Башта банкала ярты литр ғына һыу була. Бәшмәк үҫкәс, банканы тултырып һыу ҡойоғоҙ. Эскән һайын һыу өҫтәп торор кәрәк. Һыу тигәс тә аҡ һыу түгел инде. Эскән сәйҙән ҡалғанын ҡайнар һыу һәм шәкәр ҡушып болғатығыҙ ҙа, һыуытырға ултыртығыҙ. Һыуынғас, банкаға ҡойоғоҙ. 

Шәкәр иҙелһен, ул бәшмәккә туранан-тура төшмәһен. 

Мунса көнөндә 

Мунса көнө һеҙҙең өсөн түгел, бәшмәк өсөн кәрәк. Дөрөҫ аңланығыҙ. Бәшмәкте йыуындырабыҙ. Бәшмәкте ипләп кенә банканан сығарып алығыҙ. Яһы тәрилкәгә һалығыҙ. Банкалағы шыйыҡсаны марля менән һөҙөгөҙ һәм таҙа банкаға бушатығыҙ. 

Тәрилкәләге бәшмәкте йылы һыу менән ипләп кенә йыуығыҙ. Һыу эҫе булмаһын! 1-2 минут шулай ятып торһон. Унан банкаға төшөрөгөҙ һәм өҫтөн марля менән ҡаплап ҡуйығыҙ. 

Һаҡлау 

Бәшмәк оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн температураны дөрөҫ тотор кәрәк. Ул 18 градустан артмаһын. Яҡтылыҡ 8 сәғәттән кәм булмаһын. Тәҙрә төбөндә һаҡламағыҙ. Тура төшкән ҡояш нурҙары зарар ғына килтерә. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас