Файҙалы кәңәштәр
6 Март 2023, 07:18

Табала бешкән печенье

Төшкө ашҡа тиҙ генә ҡоро табала печенье бешереп алайыҡ. Үҙе еңел дә, тәмле лә килеп сыға. Бының өсөн үҫемлек майы, он, шәкәр, ҡаймаҡ, йомортҡа ғына кәрәк була.    

Табала бешкән печеньеТабала бешкән печенье
Табала бешкән печенье

Бының өсөн 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1,5 стакан он, 1 балғалаҡ разрыхлитель, 80 гр шәкәр, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 йомортҡа кәрәк була.

Йомортҡаның ағынан һарыһын айырып алабыҙ. Һарыһын шәкәр һәм ҡаймаҡ менән туҡыйбыҙ.

Өҫтөнә шыйыҡ май өҫтәйбеҙ. Туҡыуҙы дауам итәбеҙ.

Ондо разрыхлитель менән берлектә иләп алабыҙ.

Хәҙер инде бар ингредиенттарҙы ҡушып, ҡамыр баҫырға ғына ҡалды.

Аҙаҡ ҡамыр ҡулға йәбешеп тормаҫҡа тейеш.

Ҡамырҙан оҙон итеп "колбаса" эшләйбеҙ (диаметры 3-4 см булырға тейеш).

Уны 1-әр см ҡалынлыҡта ҡырҡып, өҫтөн баҫҡыслайбыҙ. Табаны плитәгә ултыртып, һүрән утта ҡыҙҙырабыҙ. Ҡоро табаға әҙер печеньеларҙы һалып, ике яҡлап 3-4 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас