

Бит, муйын һәм декольте тиреһе өсөн йәшәртеүсе маскалар
Ниндәй генә маскалар булыуға ҡарамаҫтан таҙа тирегә генә маска һыларға була. Ҡайһы бер маска компоненттары аллергияға сәбәпсе булыуы ихтимал. Әгәр бал менән дәрсенгә аллергия булһа, уның урынына йомортҡа һарыһын ҡулланырға кәңәш ителә.
Был маска өсөн 3 аш ҡалағы аш содаһы, 1 балғалаҡ бал, 1 балғалаҡ Е витамины, 1/4 балғалаҡ онталған дәрсен, 4 балғалаҡ һөт йәки һөт өҫтө кәрәк була.
Барлыҡ ингредиенттарҙы яҡшылап болғатабыҙ. Ҡуйы ғына масса килеп сығырға тейеш. Таҙа бит тиреһенә ҡалын итеп бит, муйын тиреһенә һыларға. Күҙ, ирен тирәһенә ярамай!
Был маска кипһен. 15–20 минуттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Йыуған саҡта бер аҙ ыуғысларға кәңәш ителә.
Масканы эшләгәндән һуң тирегеҙ йәшәреп, сафланып ҡалғандай тойорһоғоҙ.
Был масканы аҙнаһына 2 тапҡыр эшләргә кәңәш ителә.
Һәр саҡ йәш һәм матур булып ҡалығыҙ!