Файҙалы кәңәштәр
5 Марта 2023, 04:00

Шифалы эсемлек

Был эсемлекте йылы килеш эсергә кәрәк. Ул йоҡоно осороп, дәртләндереп ебәрә, тәндәге отектарҙы бөтөрә. Ә ундағы имбирь ашҡаҙанды эшләтеп, ҡан йөрөшөн яҡшыртып ебәрә...

Шифалы эсемлекШифалы эсемлек
Шифалы эсемлек

Яулыҡтарын яҙып ябынған өләсәйҙәребеҙҙең алманы сәйгә турап эскәнен күптәр хәтерләйҙер. Ә бит өләсәйҙәр бындай эсемлектең хәтәр шифалы икәнен белгән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ошо шифалы эсемлекте әҙерләп алайыҡ. Уны бер нисә көн эскәс тә, үҙегеҙҙә һиҙелерлек ыңғай үҙгәрештәр тойорһоғоҙ.

Шулай итеп, 3 йәшел алманы, ҡабығы менән, ваҡ итеп турағыҙ. Уның өҫтөнә бер литр ҡайнап торған һыу ҡойоғоҙ һәм ун минут талғын утта ҡайнатығыҙ. 30 минуттан һуң уға үҙегеҙгә оҡшаған тиклем бал һәм бер семтем имбирь онтағы өҫтәгеҙ. Был эсемлекте йылы килеш эсергә кәрәк. Ул йоҡоно осороп, дәртләндереп ебәрә, тәндәге отектарҙы бөтөрә. Ә ундағы имбирь ашҡаҙанды эшләтеп, ҡан йөрөшөн яҡшыртып ебәрә. Бындай эсемлек һаулыҡты ла нығыта, төрлө вирустарҙан ҙа һаҡлай.

Һау-сәләмәт һәм бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас