+24 °С
Ямғыр


Паразиттарҙан рецепттар
✔️ 3 өлөш әрем
✔️ 3 өлөш онталған ҡәнәфер
✔️ 2 өлөш ҡәнәфер
✔️ 1 өлөш пижма
✔️ 2 өлөш күгүлән
✔️ 1 өлөш бөтнөк
Ошо үләндәрҙе барыһын бергә бутап алырға.
Иртәнсәк 2 аш ҡалағы ҡатнашманы ярты литр ҡайнар һыуға һалып, 40 минут төнәтергә. Ошо төнәтмәне көн дауамында әҙләп эсеп бөтөргә. Артынан һыу эсеп ҡуйырға ла була.
2 аҙна эскәндән һуң 2 аҙна ял итергә кәрәк булыр.
3 ай эсергә кәңәш ителә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ кәңәш ителә.