Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Марта 2023, 11:23

Шифалы лавр япрағы

30 гр лавр япрағын онтап, 1 стакан үҫемлек майына һалығыҙ. Унан һыу боҫона ултыртып, 1 сәғәт тотоғоҙ. Был лавр япрағы һалынған майҙы 1 аҙна төнәтер кәрәк.  Хәҙер ошо уҡ майҙы йәнә һыу боҫонда 1 сәғәт тотоғоҙ.   

Шифалы лавр япрағыШифалы лавр япрағы
Шифалы лавр япрағы

30 гр лавр япрағын онтап, 1 стакан үҫемлек майына һалығыҙ. Унан һыу боҫона ултыртып, 1 сәғәт тотоғоҙ.

Был лавр япрағы һалынған майҙы 1 аҙна төнәтер кәрәк. 

Хәҙер ошо уҡ майҙы йәнә һыу боҫонда 1 сәғәт тотоғоҙ. 

Бына шифалы май әҙер. Һөҙөп алырға ғына ҡалды. 

Әгәр арҡағыҙ ауыртһа, бер аҙ майҙы йылытығыҙ, шунда уҡ зәйтүн майын өҫтәгеҙ. Был майҙы арҡаға һөртөгөҙ. Тик бына умыртҡа һөйәгенә тигеҙергә ярамай! Ошолай ятып тороғоҙ. Дымлы таҫтамал менән һөртөп алығыҙ.

Бындай процедура нервыны тынысландыра, мускулдағы ауыртыуҙы баҫа. 

Был дауа артроздан, ревматизмдан, артриттан ярҙам итә. Артыҡ мауыҡмағыҙ. Майҙы әҙ генә алып һылағыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас