+24 °С
Ямғыр


Бының өсөн 2 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 5 аш ҡалағы майонез, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ, 9 аш ҡалағы он кәрәк була.
Эслек өсөн колбаса, тоҙло бәшмәк, ҡыяр, йәки помидор (һыуытҡыста булған башҡа ризыҡты төрлөсә алырға була) ҡулланыла.
Үҙегеҙсә биҙәп, өҫтөнә сыр, йәшеллек һалып, духовкала йәки плитала (табаны япҡан килеш) йәһәт кенә бешереп алығыҙ. Табынығыҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!