Файҙалы кәңәштәр
2 Март 2023, 18:04

Артерияны таҙартам тиһәң...

Боронғо рецепттарҙың береһе. Көнөнә 2 тапҡыр 100-әр мл эсәһең дә артерияның бүртеп торған йәмһеҙ күренешенән ҡотолаң.   Йылдар дауамында кеше организмындағы ҡан әйләнеше насарая төшә. Бынан, әлбиттә, тәү сиратта мейе зарар күрә. Ә был, үҙ сиратында, ҡан баҫымы менән бәйле проблемаларға алып килә. Шулай уҡ хроник ауырыуҙарға сәбәпсе була.  Был рецепт өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел. 4-5 йәтеш кенә лимон, 50-70 гр имбир киҫәге, 2 литр ҡайнап һыуытылған һыу,  5 теш һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы бал кәрәк була. 

Артерияны таҙартам тиһәң...Артерияны таҙартам тиһәң...
Артерияны таҙартам тиһәң...

Боронғо рецепттарҙың береһе. Көнөнә 2 тапҡыр 100-әр мл эсәһең дә артерияның бүртеп торған йәмһеҙ күренешенән ҡотолаң.  

Йылдар дауамында кеше организмындағы ҡан әйләнеше насарая төшә. Бынан, әлбиттә, тәү сиратта мейе зарар күрә. Ә был, үҙ сиратында, ҡан баҫымы менән бәйле проблемаларға алып килә. Шулай уҡ хроник ауырыуҙарға сәбәпсе була. 

Был рецепт өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел. 4-5 йәтеш кенә лимон, 50-70 гр имбир киҫәге, 2 литр ҡайнап һыуытылған һыу,  5 теш һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы бал кәрәк була. 

Лимонды ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа яҡшылап йыуабыҙ. Унан ваҡ ҡына киҫәктәргә турайбыҙ йәки ит турағыстан үткәрәбеҙ. 

Имбирь менән һарымһаҡты лә ит турағыстан үткәрәбеҙ. 

Иҙелгән лимонды 3 литрлыҡ банкаға төшөрәбеҙ. Унан 2 литр ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ул 60 градусҡа тиклем һыуынырға тейеш. 

Хәҙер лимонлы һыуға һарымһаҡ, имбирь һәм бал өҫтәйбеҙ. Был шыйыҡса 1 тәүлек төнәтелетгә тейеш. 

Әҙер төнәтмәне көн һайын иртәле-кисле ашар алдынан 100 мл эсергә кәңәш ителә. 

Ошолай иткәндә һеҙҙең тамырҙарығыҙ ныҡ булыр!

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ! Үҙ белдегең менән бер ваҡытта ла дауаланма! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас