Файҙалы кәңәштәр
28 Февраль 2023, 12:00

Эсте таҙарта торған кәнфит

Был кәнфит 8 сәғәт эсендә оло ярауҙы нормалаштыра, эс күбеүен бөтөрә, эсәк менән проблемаларҙан арындыра. Кәнфитте әҙерләү өсөн 100 гр ҡара емеш, 100 гр йөҙөм йәки инжир, 100 мл үҫемлек майы (зәйтүн, көнбағыш, кунжут), 100 гр бал, 50 гр сенна үләне (аптекала һатыла) кәрәк була. Ҡара емеште, йөҙөмдө һәм инжирҙы йыуып, ҡайнар һыу менән бешереп алырға кәрәк булыр. Унан ит турағыстан үткәрегеҙ.   

Эсте таҙарта торған кәнфитЭсте таҙарта торған кәнфит
Эсте таҙарта торған кәнфит

Был кәнфит 8 сәғәт эсендә оло ярауҙы нормалаштыра, эс күбеүен бөтөрә, эсәк менән проблемаларҙан арындыра.

Кәнфитте әҙерләү өсөн 100 гр ҡара емеш, 100 гр йөҙөм йәки инжир, 100 мл үҫемлек майы (зәйтүн, көнбағыш, кунжут), 100 гр бал, 50 гр сенна үләне (аптекала һатыла) кәрәк була.

Ҡара емеште, йөҙөмдө һәм инжирҙы йыуып, ҡайнар һыу менән бешереп алырға кәрәк булыр. Унан ит турағыстан үткәрегеҙ. 

Сенна үләнен кофемолка аша үткәрегеҙ.

Хәҙер барыһын бергә яҡшылап бутағыҙ. Унан 1-әр балғалаҡ алып, шарҙар әүәләгеҙ. Әҙер кәнфиттәрҙе банкаға һалып, ҡапҡасын ябығыҙ һәм һыуытҡысҡа ултыртығыҙ.

Кәнфит бик оҙаҡҡа етәсәк. Уны 5- көн дауамында йоҡлар алдынан 1 штук ашап ятырға кәңәш ителә.

Был кәнфиттәрҙең витамины ла бар, шулай уҡ улар антипаразитар үҙенсәлеккә эйә. 

Иҫкәрмә! Был кәнфитте 1 балғалаҡтан артыҡ ашарға ярамай. Юғиһә кире эффект булыуы ихтимал.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас