+21 °С
Болотло


Был салат өсөн 1 сөгөлдөр, 1 тоҙло ҡыяр, 2 теш һарымһаҡ, 35 гр грек сәтләүеге, 1 алма, 80 гр майонез, 35 гр ҡара емеш кәрәк була.
Сөгөлдөрҙө бешереп, ҡабығын әрсейбеҙ һәм эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Ҡара емеште эҫе һыуҙа ебетәбеҙ ҙә киптереп, һаламлап төрайбыҙ.
Тоҙло ҡыярҙы ваҡ итеп турайбыҙ.
Һарымһаҡ тешен таҙартып, иҙәбеҙ.
Алманы ҡабығынан әрсеп ,эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Грек сәтләүеген духовкала бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа иҙәбеҙ.
Хәҙер барыһын бергә (сәтләүектән башҡаһын) ҡушып, майонез өҫтәп яҡшылап бутайбыҙ. Салаттың өҫтөн сәтләүек онтағы менән биҙәйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!