

Британдарҙың ауылса бәлеше
Был үҙенсәлекле бәлешкә һуған, кишер, 2-3 һабаҡ сельдерей, 400 гр фарш, 2 аш ҡалағы томат пастаһы, 5-6 картуф, 50 гр аҡ май, 200 мл һөт, 50 гр ҡырылған сыр, тәменә ҡарап борос, тоҙ, үлән тәмләткестәре алына.
Һуған, кишер һәм селдерейҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа майҙа ҡурабыҙ.
Ошонда уҡ фарш өҫтәйбеҙ, тоҙ, борос һәм тәмләткестәр ҡушабыҙ. Унан томат пастаһын һалып йәнә 5-10 минут быҡтырабыҙ.
Был ваҡытта икенсе бер һауытта картуф бешереп иҙәбеҙ. Иҙер алдынан аҡ май һәм ҡайнаған һөт ҡушабыҙ.
Форма төбөнә итле эслекте теҙеп һалабыҙ, өҫтөнә картуф иҙмәһен. Тигеҙләп йәйәбеҙ һәм ҡырылған сыр һибәбеҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 10-15 минут тотабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!