Файҙалы кәңәштәр
21 Февраля 2023, 07:24

Балыҡ бәлеше

Төшкөлөккә тиҙ генә балыҡтан бәлеш бешерәйек. Бының өсөн 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2 стакан он, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 банка балыҡ консерваһы, тәменә ҡарап йәшелсә алына.

Балыҡ бәлешеБалыҡ бәлеше
Балыҡ бәлеше

Балыҡ бәлеше

Төшкөлөккә тиҙ генә балыҡтан бәлеш бешерәйек. Бының өсөн 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2 стакан он, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 банка балыҡ консерваһы, тәменә ҡарап йәшелсә алына.

Кефир, йомортҡа, он, үҫемлек майы һәм тоҙҙо ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Шулай уҡ бер семтем разрыхлитель ҡушһаң була.

Балыҡты консерванан булшатып, сәнске менән иҙҙеп алабыҙ. Ошонда уҡ йәшелсә ҡушып болғатабыҙ.

Формаға пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ ҙа эслек һалабыҙ. Унан өҫөөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас