Файҙалы кәңәштәр
20 Февраль 2023, 13:35

Гөл... себенләһә

Гөл һауытынан ваҡ себен сығыуы кемгә оҡшаһын? Ә унан еңел генә ҡотолоу юлдары бар...

Гөл... себенләһәГөл... себенләһә
Гөл... себенләһә

Гөлдәрҙә ваҡ себен, башҡа бөжәктәр күренһә, гөл һауытына көкөртө менән аҫҡа 5 бөртөк шырпы төртөп ҡуйығыҙ. Тәүлек һайын шырпы бөртөктәрен алмаштырығыҙ.

Шулай уҡ “Звездочка” бальзамын гөл һауытының ситенә һөртөп ҡуйһағыҙ, бөжәктәр юҡҡа сығыр.

Тағы бер ысул - лимон, әфлисун ҡабыҡтарын гөл һауыты тирәләй һалырға, әҙерәген гөлдөң тупрағына күмергә. Бөжәктәр гөл төбөнә көл һалғанды ла яратмай. Улар шунда уҡ юҡҡа сығыр. Көл гөлгә бик яҡшы ашлама ла.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас