Файҙалы кәңәштәр
17 Февраль 2023, 07:15

Һөткә һәм минералкаға туҡылған ҡоймаҡ

Был ҡоймаҡты ҡойор өсөн 500 мл минераль һыу, 350 гр он, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода + лимон һуты, семтем тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 500 мл һөт, 100 мл үҫемлек майы кәрәк була.  Сайтта видеоһы бар.

Һөткә һәм минералкаға туҡылған ҡоймаҡҺөткә һәм минералкаға туҡылған ҡоймаҡ
Һөткә һәм минералкаға туҡылған ҡоймаҡ

Һөт һәм минералкаға туҡылған ҡоймаҡ

Был ҡоймаҡты ҡойор өсөн 500 мл минераль һыу, 350 гр он, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода + лимон һуты, семтем тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 500 мл һөт, 100 мл үҫемлек майы кәрәк була. 

Ймортҡаны шәкәр менән туҡып алабыҙ ҙа һүндерелгән соданы, тоҙҙо, һөттө һәм иләнгән ондоң яртыһын ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Унан минералка менән ҡалған ондо ҡушабыҙ. Йәнә яҡшылап туҡыйбыҙ һәм үҫемлек майын ҡоябыҙ.

Ҡыҙған табала ике яҡлап ҡоябыҙ был ҡоймаҡты. Теләк булғанда эслек һалып төрөргә лә була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас