+24 °С
Ямғыр


Ҡаҙанға ултыртып икмәк бешергәнегеҙ бармы? Бына был егет бешерә. Видеоны ҡараһаң, бер ниндәй ауырлыҡ та юҡ кеүек. Бешереп ҡарайбыҙмы?
Бының өсөн 430 гр он, ярты балғалаҡ әсетке, 1 балғалаҡ тоҙ, 350 мл һыу кәрәк була.
Барыһын бергә болғатып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр саҡ ҡына шыйығыраҡ килеп сығырға тейеш. Әҙер ҡамырҙы 12-13 сәғәткә "онотоп" торабыҙ. Унан саҡ ҡына онлап ыуалап, икмәк яһайбыҙ ҙа пергамент ҡағыҙға һалабыҙ. Йәнә 35 минут ҡабарһын.
Ҡаҙанды 225 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала эҫетеп алабыҙ. Ҡыҙыу ҡаҙанға ҡағыҙы менән икмәкте һалабыҙ. 35 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ. Унан ҡапҡасын асып, йәнә 5 минутҡа оҙатабыҙ.
Кетерләп торған хуш еҫле икмәк әҙер.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!