

Атаһын тоҙ кеүек яратҡан ҡыҙ тураһындағы әкиәтте барығыҙ ҙа яҡшы хәтерләйҙер.
"Батшаның өс ҡыҙы булған. Бер ваҡыт батша ҡыҙҙарын саҡырып алған да һорай икән.
- Кеҙ мине нисек яратаһығыҙ?
Иң оло ҡыҙы әйткән:
- Атай, мин һине балдан да татлы итеп яратам.
Икенсеһе:
- Шәкәрҙән дә татлы итеп яратам, - тигән, ти.
Иң кесе ҡыҙы:
- Мин һине тоҙ кеүек яратам, - тигән.
Батша өлкән ҡыҙҙарының яуабына һөйөнгән. Ул мине тоҙ кеүек әсе итеп ярата икән, тип кесеһенең һүҙенә бик көйөнгән. Шуның үсен алмаҡсы булып, батша ике ҡыҙын ике батшаға кейәүгә биргән, иң кесеһен иң насар кешегә бирергә ҡәһәтләнгән.
Бер әбейҙең бер генә улы булған була. Егерме биш йәше тулһа ла, һаман бишектә ята икән был егет. Батша ҡыҙын шуға бирмәксе булған. Оҙаҡламай ҡыҙҙы шул егеттең йортона оҙатҡандар, ти. Ҡыҙ теген тегә, сигә икән, таҡыя тегә, бәйләй. Үҙе был әйберҙәрҙе әбейҙән һаттыра икән.
Бер ваҡыт әбей тағы ла баҙарға йыйына башлаған. Килене унан бер-ике сәнскеле сыбыҡ алып ҡайтыуын һораған. Әбей сыбыҡ алып ҡайтҡан. Килен кеше ошо сәнскеле сыбыҡ менән бер-ике тапҡыр егеткә һуҡҡан икән, егет бишектән һикереп төшкән дә шунда уҡ эшкә керешкән. Ҡыҙ уны эшкә өйрәтә. Ә ул күндәм эшләй, ти. Егет бик эшсән булып сыға. Былар шулай итеп бик яҡшы ғына йәшәп алып китәләр.
Бер ваҡыт ҡыҙ үҙенең атаһы менән әсәһен ҡунаҡҡа саҡырырға булған. Ҡыҙҙың әсәһе:
- Барайыҡ, - тип әйтә, ти. Ә атаһы:
- Бармайыҡ, йөрөмәйек, - тип тартыша, ти.
Шулай ҙа, еңешә торғас, барырға булалар.
Ҡыҙ һыйҙы бик яҡшы итеп әҙерләгән, ти. Өҫтәлдә йәнең ни теләй, барыһы ла бар, ти. Ул ашамлыҡтарҙы шундай матур итеп бешергән, ти, уларға ҡараһа, ашағыһы килмәгән кешенең ашағыһы килә башлаған, ти. Ҡунаҡтар өҫтәл тирәләй ултырышҡандар. Улар тәмләп-тәмләп ашай башлағандар. Ҡыҙҙың атаһы ашамай тик ултыра, ти. Баҡһаң, теге ҡыҙ атаһына бөтә нәмәне лә тоҙһоҙ итеп әҙерләгән икән, ти.
Шунда батша үҙенең хатаһын аңлаған.
- Эй, ҡыҙым, мин яңылышҡанмын. Ысынлап та, тоҙһоҙ бөтә нәмә лә тәмһеҙ була икән, - тип үҙенең элекке хаталары өсөн ҡыҙынан ғәфү үтенгән дә күп итеп байлыҡ бүлеп биргән, ти.
Шул ваҡыттан алып улар бик оҙаҡ татыу, матур тормош кисергәндәр."
Ҡыҫҡа ғына әкиәт, шулаймы? Ә мәғәнәһе тәрән. Ысындан да, тоҙ файҙалымы икән?
Сама булғанда барыһы ла файҙалы була.
Кеше ҡанында натрий хлорид күләмен арттыра барып, йөрәгенә, мейеһенә һәм артерияһына "эш" өҫтәй, был юғары ҡан баҫымына сәбәпсе була.
Ныҡ тоҙло ризыҡ ашап, һөйәкте ыуалыусан йәғни мурт итә, теш тә насар хәлдә була. Тоҙ организмдан кальцийҙы йыуып сығара.
Тоҙҙо күп ҡулланғанда ул натрий, калий һәм һыу тигеҙлеген боҙа һәм бөйөрҙә һыу күберәк һыу тотҡарлана башлай. Тән шешенә, венанан ҡан күберәк үтә һәм был гипертонияға юлды аса.
"Аҡ үлем" кешенең кешенең когнитив мөмкинлектәрен кәметә, ябай тел менән әйткәндә, тоҙло яратҡан кеше яйлап ҡына иҫәрләнә барыуы ихтимал.
5 грамм. Тап ошо миҡдар кеше өсөн зарарһыҙ була.