+24 °С
Ямғыр


5 МИНУТ + 1 ҠАП ЭРЕМСЕК булһа, тиҙ генә сәйгә ғәләмәт тәмле бәлеш бешереп була.
Башланыҡмы?
Уны әҙерләр өсөн 200 гр эремсек, 150 мл кефир, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр (ҡамыр өсөн) + 1 аш ҡалағы шәкәр өҫтөнә һибергә, 1 ҡап ванилле шәкәр (быныһы булмаһа ла ярай), семтем тоҙ, 20 гр аҡ май, 120 гр он, ярты балғалаҡ разрыхлитель, 100 гр үҙегеҙ теләгән емеш (алма ла ярай) кәрәк була.
Был бәлеште 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 35 минут бешерергә.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!