Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
12 Февраля 2023, 08:17

Тиҙ әҙер була торған торт

Я көнө яҡындарыбыҙҙы тәмле торт менән һыйлайыҡ. Бының өсөн печенье һәм крем ғына кәрәк була.

Тиҙ әҙер була торған тортТиҙ әҙер була торған торт
Тиҙ әҙер була торған торт

Башта кремды әҙерләп алабыҙ. Бының өсөн 2 йомортҡа, 100 гр шәкәр, 40 гр он, 1 литр һөт, 100 гр аҡ май кәрәк була. 

Табаға йомортҡа, крахмал һәм ондо һалып болғатабыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Унан болғата-болғата торабыҙ. Ошонда уҡ һөттө өҫтәйбеҙ. 

Формаға печеньены теҙеп сығабыҙ ҙа мул итеп крем ҡоябыҙ. Ошо рәүешле өс ҡат эшләйбеҙ. 

Өҫтөнә ҡойоу өсөн шоколадты иретеп, үҫемлек майы ҡушып болғатабыҙ. 

Хәҙер әҙер тортты һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ. 1-2 сәғәттән табынға бирергә лә була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ялдарығыҙ ҡотло булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас