Файҙалы кәңәштәр
11 Февраль 2023, 09:05

Картуф һыуы ташты ҡыуа

Эйе, яңылыш уҡыманығыҙ. Картуф бешкән һыу һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай һәм сығара.  - Бының өсөн 1 кг картуфты 6 литр һыуға һалып бешерер кәрәк. 

Картуф һыуы ташты ҡыуаКартуф һыуы ташты ҡыуа
Картуф һыуы ташты ҡыуа

Эйе, яңылыш уҡыманығыҙ. Картуф бешкән һыу һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай һәм сығара.  

- Бының өсөн 1 кг картуфты 6 литр һыуға һалып бешерер кәрәк. 

- Шул ваҡытта картуфтың ҡабығын әрсергә ярамай. Ни бары шытыҡтарын ғына таҙартырға кәрәк.  

- Башта ҡыҙыу утта ҡайнатып сығарабыҙ. Унан утты кәметәбеҙ һәм һүрән утта 4 сәғәт буйы бешерәбеҙ. Картуф иҙелергә тейеш. 

- Бер тоҙлап, иҙергә. 

- Шул килеш ултыртып торабыҙ. Өҫтөнә һыу ҡалҡып сығыр. Тап ошо һыу "картуф һыуы" тип атала ла инде. 

- Һыуын ҡойоп алалар һәм 40 көн дауамында ашарҙан 30 минут алда 2-шәр аш ҡалағы эсергә кәрәк. 

Был дауаны ҡулланған саҡта йомортҡа, ит, һөт кеүек ҡош-ҡорт һәм хайуандан алынған ризыҡтарҙан баш тартып торорға тура килер. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ: мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ!

Эльмира Кейекҡужина яҙып алды. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас