Файҙалы кәңәштәр
9 Февраль 2023, 11:35

Пицца көнө менән!

Ишмырҙалар пицца бешерҙе, һеҙҙе лә өйрәтәләр. Рәхим итеп ҡарағыҙ.

Баҡтиһәң, бөгөн пицца көнө икән. Беҙҙең көнкүрештә лә был ризыҡ ныҡлы ғына тамыр йәйҙе.
Уны барыһы ла ярата: йәше ле, ҡарты ла. Ә ҡайҙан килеп инде һуң ул беҙгә? Пиццаны итальяндарҙың милли ашы тип, әйтһәк тә була. Күпселек атаҡлы ризыҡтар кеүек, уның да тыуған көнө бар – 9 февраль. Тимәк, бөгөн бар туҡланыу урындарында ла пицца буласаҡ.
Итальяндар был көндө хатта фестиваль дә үткәрә. Үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә теләгән бешереү оҫталары йыйыла, күргәҙмәләр ойошторола. Һәр кем йәне теләгән бар төрлө пиццанан да ауыҙ итә Ишмырҙа мәҙәниәт йортонда тәмле еҫтар таралды,"Яран гөл"ансамбле ҡыҙҙары пицца бешереп, уның төрлө бешереу рецебы менан булештелар????Пицца итальяндарҙан да берҙә калышмай бик тәмле булып беште.

Гүзәл Ғөбәйҙуллина,

Ишмырҙа ауылы мәҙәни саралар ойоштороусы.

Пицца көнө менән!
Пицца көнө менән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас