Файҙалы кәңәштәр
8 Февраля 2023, 10:14

Аяғың өшөймө?

Бөгөн бигерәк һыуыҡ. Ҡул өшөй, аяҡ туңа. Ҡояш балҡып торһа ла әсе ел үҙенекен итә шул!  Ҡайтып ингәс тә аяғыңды эҫе һыуға тығырға ашыҡма. Башта тастағы һыу 30 градустан эҫе булырға тейеш түгел. Унан яйлап ҡына эҫе һыу өҫтәй бар. Ул 40-45 градусҡа тиклем барып етһен.   

Аяғың өшөймө?Аяғың өшөймө?
Аяғың өшөймө?

Аяғың өшөймө? 

Тимәк был кәңәштәр һинең өсөн: 

Ҡайтып ингәс тә аяғыңды эҫе һыуға тығырға ашыҡма. Башта тастағы һыу 30 градустан эҫе булырға тейеш түгел. Унан яйлап ҡына эҫе һыу өҫтәй бар. Ул 40-45 градусҡа тиклем барып етһен. 

Тымау теймәһен өсөн һыуға ромашка, календула, шалфей, имән сәскәһе һ.б. үләндәрҙән эшләнгән төнәтмә өҫтәргә онотма. 

Әгәр инде төнәтмә менән мәшәҡәтләнеп торорға теләк булмаһа, эвкалипт, розмарин, бөтнөк, ҡәнәфер, эрбет (кедр), ҡарағай эфир майын өҫтәргә була. 

Һау-сәләмәт бул! Сир һине урап үтһен! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас