+24 °С
Ямғыр


Һарымһаҡ менән йодтың иретмәһен тап шулай атайҙар.
Аптеканан алынған арыҫлан ҡойроғо (пустырник) йә бесәй үләне (валерьянка) төнәтмәһе шешәһенә һарымһаҡтың 3-4 тешен ваҡ ҡына итеп турап тултырабыҙ. Унан өҫтөнә йода тултырабыҙ. Ғәҙәттә аптеканан алынған бәләкәй йоданың 3-5 шешәһе етә. Һелкетеп алырға ла аҙна тирәһе төнәтер кәрәк.
Мөғжизәле был иретмәне ауыртыу булған урынығыҙға - тубыҡтар, быуындар, радикулит, һәр төрлө яраға, тән тиреһе күгәргән урынға - һөртөргә була.
Һыҙланыу ҙа, ауыртҡаны ла, күк тә һыпырып ташлаған кеүек юҡ булыр.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!