

Лимонлы бәлеш өсөн 250 гр маргарин, ярты стакан йылы һөт, йомортҡа, тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, он кәрәк була.
Эслек өсөн 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр алына.
Үрҙә һаналып үтелгәндәрҙе ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешергә тейеш түгел. Унан ҡапҡасын ябып, 1 сәғәт тирәһе ҡамырҙы "ял иттерәбеҙ".
Был ваҡыт эсендә эслек әҙерләйбеҙ. Лимон менән әфлисунды ит турағыстан үткәрәбеҙ. Эсендә орлоғо булһа, алып ташлайбыҙ. Шәкәр ҡушып болғатабыҙ.
Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүләбеҙ. Берәүе ҡалған икәүенән ҙурыраҡ булырға тейеш. Өсөһөн дә йәйәбеҙ.
Табаны майлайбыҙ һәм иң ҙур йәймәне һалабыҙ. Унан эслектең яртыһын ҡоябыҙ. Йәймәнең береһе менән ҡаплайбыҙ һәм ҡалған эслекте һалабыҙ.
Ҡалған йәймә менән ҡаплап, сит яғын матурлап бөрөп йәбештерәбеҙ.
30 минуттан духовкаға оҙатабыҙ.
Әҙер бәлеште 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!