Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Ғинуар 2023, 15:40

«Алтын һөт»

«Алтын һөт» тип куркуманан эшләнгән һөттө әйтәләр. Уны көн һайын йоҡлар алдынан эсеп ятырға кәңәш ителә. Антисептик һәм ауыртыуҙы баҫа торған тәьҫире бар. Иммунитетты нығыта, антиканцероген, холестиринды көйләүсе, аш һеңдереү системаһын һауыҡтырыу, бауыр детоксикацияһы, ҡан баҫымын нормала тотоу, баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшыртыу, тире ауырыуҙарын дауалау үҙенсәлеге бар. Башта 1/4 стакан куркумаға 1/2 балғалаҡ...

«Алтын һөт»
«Алтын һөт»

«Алтын һөт»


“Алтын һөт” тип куркуманан эшләнгән һөттө әйтәләр. Уны көн һайын йоҡлар алдынан эсеп ятырға кәңәш ителә. Антисептик һәм ауыртыуҙы баҫа торған тәьҫире бар. Иммунитетты нығыта, антиканцероген, холестиринды көйләүсе, аш һеңдереү системаһын һауыҡтырыу, бауыр детоксикацияһы, ҡан баҫымын нормала тотоу, баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшыртыу, тире ауырыуҙарын дауалау үҙенсәлеге бар.
Башта 1/4 стакан куркумаға 1/2 балғалаҡ ҡара борос, 1/2 стакан һыу ҡушып, паста эшләнелә. Уны һыуытҡыста һаҡларға була.
Һөттө эшләр өсөн 1 сынаяҡ миндаль (кокос) һөтөнә 1 балғалаҡ кокос майы, 1/4 балғалаҡ паста ҡушып ҡайнатырға ултыртыла. Ҡайнап сыҡмаҫ элек уттан алалар. Һыуынып барған һөткә бал ҡушып болғатыла.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: