Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Ғинуар 2023, 18:30

Елкә ауыртамы? Боҫлама (компресс) ярҙам итер!

Саҡ ҡына йылы ел иҫеү менән баштағы шапканы сисә һалабыҙ. Муйынға шарф урау тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Тик бына ел һуҡһа, муйын боролмай, баш ауырта, танауҙан һәм күҙҙән һыу аға торған. Әйҙәгеҙ, боҫлама (компресс) ҡуйып ҡарайыҡ. Бының өсөн мөмкин булһа, түшәктә бер-нисә көн ятып торор кәрәк. Елкәгеҙгә тоҙҙан боҫлама ҡуйып, шарф менән уратығыҙ.  

Елкә ауыртамы? Боҫлама (компресс) ярҙам итер!
Елкә ауыртамы? Боҫлама (компресс) ярҙам итер!

Өйҙә ҡалғас, мөмкин булһа, ятып торорға тырышығыҙ.

Әгәр мөмкинлек булмаһа, муйынығыҙҙы шарф менән уратығыҙ.

Шулай уҡ йылы боҫлама ҡуйырға ла мөмкин.

Тик боҫлама ҡуйыуҙың да үҙенә күрә ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, боҫлама эҫе булырға тейеш түгел; муйындың йомшаҡ тиреһен ҡыҙҙырыу тыйыла; боҫлама ҡоро булырға тейеш (бының өсөн бер аҙ йылытылған тоҙҙо ҡулланырға мөмкин).

Бер аҙ ҡыҙҙырыр өсөн составында спирт булған шыйыҡса менән ыуырға була.

Ыуғандан һуң шарф менән уратып, мөмкинлек булһа, юрған аҫтында ятып торорға ла ярай.

Иҫкәрмә: ниндәй генә ауырыу һәм һыҙланыу булмаһын, "үҙе үтер" тип йөрөргә ярамай. Ваҡытында табипҡа күренергә тырышығыҙ!

Һау-сәләмәт булығыҙ!  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: