Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
23 Ғинуар 2023, 11:42

Ылыҫлы төнәтмә 

Был ылыҫлы төнәтмә көн һайын юғары ҡан баҫымын төшөрә торған төймәле дауаны алмаштыра ала. Ул шулай уҡ йөрәк өйәнәгенән һаҡлай, холестирин кимәлен кәметә, иммунитетты нығыта.  Бының өсөн 5 аш ҡалағы ҡарағай энәләре, 2 аш ҡалағы әлморон емеше, 2 аш ҡалағы һуған ҡабығы кәрәк була.   

Ылыҫлы төнәтмәЫлыҫлы төнәтмә
Ылыҫлы төнәтмә 

Был ылыҫлы төнәтмә көн һайын юғары ҡан баҫымын төшөрә торған төймәле дауаны алмаштыра ала. Ул шулай уҡ йөрәк өйәнәгенән һаҡлай, холестирин кимәлен кәметә, иммунитетты нығыта. 

Ылыҫлы төнәтмә 

Бының өсөн 5 аш ҡалағы ҡарағай энәләре, 2 аш ҡалағы әлморон емеше, 2 аш ҡалағы һуған ҡабығы кәрәк була. 

Барыһын бергә бер һауытҡа һалығыҙ ҙа, 1 литр һалҡын һыу ҡойоғоҙ.

Утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡанын көтөгөҙ. Ҡайнап сығыу менән утты кәметеп, ҡапҡас ябығыҙ. 10 минут томалағандан һуң уттан алығыҙ.

Бер аҙ төнәтегеҙ һәм һөҙөп алығыҙ. Бер аҙ һыу өҫтәргә була. 

Был төнәтмәне 2 көн эсендә эсеп бөтөгөҙ. 

Дауаланыу курсы 4 ай. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас