Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Ғинуар 2023, 11:00

Рассада үҫтерә башлайбыҙ

Тышта ҡыш булһа ла, баҡсасылар яңы миҙгелгә әҙерләнә башланы. Был мәлдә ниндәй үҫентеләрҙе рассадаға ултырта башларға була? Әлбиттә, был тәү сиратта сәскәләргә ҡағыла. Сәскә атыуына тиклем 120-180 көн булған гөл-сәскәләрҙе ултыртыу тураһында хәҙер үк уйлай башларға кәрәк...

Рассада үҫтерә башлайбыҙ
Рассада үҫтерә башлайбыҙ

Тышта ҡыш булһа ла, баҡсасылар яңы миҙгелгә әҙерләнә башланы. Был мәлдә ниндәй үҫентеләрҙе рассадаға ултырта башларға була? Әлбиттә, был тәү сиратта сәскәләргә ҡағыла. Сәскә атыуына тиклем 120-180 көн булған гөл-сәскәләрҙе ултыртыу тураһында хәҙер үк уйлай башларға кәрәк. Тәүҙә беҙҙең яҡта һирәгерәк үҫтерелгән сәскәләргә иғтибар бирәйек. Баҡсабыҙҙы төрлөләндереп ебәрәйек.

Антирринум (Львиный зев) – бер йыллыҡ иҫ киткес матур сәскә. Уның төрлө сорттары һәм төҫтәре бар. Был мәлдә ултыртылған антирринум майҙа уҡ сәскә ата башлай. Әйтергә кәрәк, ул ҡар яуғансы бер туҡтауһыҙ сәскә атып тик ултыра. Шуға күрә уны ултыртыу матур ғына түгел, ә отошло ла. Антирринумдың орлоҡтарын тупраҡ менән күммәй, быяла йәки полиэтилен менән ҡаплап ҡуябыҙ. Ҡояш нурҙары тура төшкән ергә ҡуймағыҙ. 8-12 көндән үҫентеләр килеп сығасаҡ. Антирринумдың үҫентеләре бик оҙаҡ ҡалҡа. Шуға күрә уны бер айҙан һуң ғына һирәкләп ултыртабыҙ. Тупраҡҡа майҙың икенсе яртыһында, араларында 20-30 см ҡалдырып (сортына ҡарап), ултыртабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: