Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Ғинуар 2023, 12:30

Консерванан бәлеш

Өйҙәгеләребеҙҙе тиҙ генә әҙерләнә торған тәмле генә бәлеш менән һыйлап алайыҡ. Бының өсөн 1 стакан ойоған һөт (кефир), 1 йомортҡа, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы кәрәк була. Эслек өсөн 1 банка балыҡ консерваһы (йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә), 2 бешкән йомортҡа, йәнегеҙ теләгән йәшелсә, 50 гр сыр алына.

Консерванан бәлеш
Консерванан бәлеш

Өйҙәгеләребеҙҙе тиҙ генә әҙерләнә торған тәмле генә бәлеш менән һыйлап алайыҡ. Бының өсөн 1 стакан ойоған һөт (кефир), 1 йомортҡа, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы кәрәк була.

Эслек өсөн 1 банка балыҡ консерваһы (йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә), 2 бешкән йомортҡа, йәнегеҙ теләгән йәшелсә, 50 гр сыр алына.

Башта ҡамыр әҙерләп алабыҙ. Бының өсөн кефир, йомортҡа, он, аш содаһын ҡушып бутайбыҙ ҙа майланған табаға ҡоябыҙ. Балыҡтың майын түгеп, үҙен сәнске менән иҙәбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған йәшелсә менән йомортҡаны ҡушабыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Эслекте һалған саҡта, таба ситенә еткермәйбеҙ.
Бәлеште ҡыҙҙырылған духовкаға 20 минутҡа ултыртабыҙ. Бешеп етмәгән бәлеште алып, өҫтөнә сыр һибәбеҙ ҙә йәнә духовкаға оҙатабыҙ. 5 минуттан бәлеш әҙер. Уны берҙәй үк эҫе килеш тә, һыуыҡ килеш тә рәхәтләнеп ашарға була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: