Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Ғинуар 2023, 11:40

Каланхоэ менән дауаланабыҙ

Каланхоэның ҡалын япраҡтарын ҡырҡып алабыҙ ҙа, һыуытҡысҡа 5-7 көнгә ҡуябыҙ. Унан иҙеп, һутын һығып алабыҙ. 10 градусҡа тиклем йылылыҡта һаҡлайбыҙ. Күҙ ауыртҡанда (блефарит, конъюнктивит) 1:1 миҡдарҙа иҙеп, мамыҡҡа ҡоябыҙ һәм күҙ бәбәктәренә 10-15 минут тирәһе көнөнә 5 тапҡыр һалабыҙ. Ошолай уҡ стоматит һәм пародонтозды дауаларға мөмкин...  

Каланхоэ менән дауаланабыҙ
Каланхоэ менән дауаланабыҙ

Каланхоэ гөлөн күптәр үҫтерә. Уның дауалау көсө тураһында ла ишетеп беләбеҙ. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бер нисә рецепты яҙып китәйек.

Ҡалын япраҡтарын ҡырҡып алабыҙ ҙа, һыуытҡысҡа 5-7 көнгә ҡуябыҙ. Унан иҙеп, һутын һығып алабыҙ. 10 градусҡа тиклем йылылыҡта һаҡлайбыҙ.

Күҙ ауыртҡанда (блефарит, конъюнктивит).
1:1 миҡдарҙа иҙеп, мамыҡҡа ҡоябыҙ һәм күҙ бәбәктәренә 10-15 минут тирәһе көнөнә 5 тапҡыр һалабыҙ. Ошолай уҡ стоматит һәм пародонтозды дауаларға мөмкин.

Экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙарын дауалау өсөн түбәндәге майҙы яһарға мөмкин: сынаяҡты спирт менән һөртөп алабыҙ ҙа каланхоэның 30 мл һутын ҡоябыҙ. Уға 50 гр ланолин менән бутайбыҙ. Унан әкрен генә 50 гр вазелин өҫтәйбеҙ. Ланолин менән вазелинды аптеканан алабыҙ.

Варикоздан төнәтмә
Яңы ғына өҙөп алынған япраҡты ваҡлап турап (2 ст.л.), 0,5 л араҡы менән ҡушабыҙ. 10 көн дауамында болғата-болғата төнәткәндән һуң аҫтан өҫкә ҡарай ыуабыҙ.

Гаймориттан: каланхоэ, алоэ һуты - икешәр аш ҡалағы, башлы һуған һуты - 1 балғалаҡ. Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. 4-5 тамсы ҡатнашманы башта һул яҡтан танауға тамыҙабыҙ ҙа һул яҡҡа әйләнеп 30 минут ятып торабыҙ, унан уң яҡҡа әйләнеп ятабыҙ ҙа, ошолай уҡ процедураны ҡабатлайбыҙ. Аҙаҡ танау тирәһенә йылы һыу ҡойолған шешә терәп, йылытып алабыҙ ҙа, йоҡларға ятабыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: