+24 °С
Ямғыр


КАКАОНАН МАСКА
👉 Какаонан эшләнгән маска бит тиреһенең төҫөн сафландыра. Был масканы эшләгәндән һуң бит тиреһе бәрхәт кеүек йомшаҡ булып булып китә.
Масканы эшләү өсөн 1 аш ҡалағы какаоны ҡайнап һыуына башлаған, йәғни йылымыс һыу менән иҙәбеҙ.Үтә ныҡ ҡуйы булмаған иҙмә килеп сығырға тейеш.
Әҙер масканы битегеҙгә һөртөп, 10 минутай ваҡытҡа ҡалдырып тороғоҙ. Унан бүлмә температураһындағы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
Әгәр бит тиреһе ҡоро булһа, какаоны һөт менән иҙегеҙ.
Һеҙҙе гүзәллек тәү сиртатта үҙегеҙҙе һөйөндөрһөн!