Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Ғинуар 2023, 12:07

Әсеткеле ҡоймаҡ

Йома сәйҙәре мөбәрәк булһын!  Был иҫ киткес селтәрле ҡоймаҡты ҡойор өсөн 1 литр һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр, 8-10 гр әсетке, 2 йомортҡа, 400 гр он, ярты балғалаҡ тоҙ, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк була.  Һөттөң яртыһына шәкәрҙе, әсеткене, йомортҡаны һәм ондо ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Унан ҡалған һөттө өҫтәйбеҙ, ошонда уҡ үҫемлек майын да ҡойоп ебәрәбеҙ.   

Әсеткеле ҡоймаҡ
Әсеткеле ҡоймаҡ

Был иҫ киткес селтәрле ҡоймаҡты ҡойор өсөн 1 литр һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр, 8-10 гр әсетке, 2 йомортҡа, 400 гр он, ярты балғалаҡ тоҙ, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк була. 

Һөттөң яртыһына шәкәрҙе, әсеткене, йомортҡаны һәм ондо ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Унан ҡалған һөттө өҫтәйбеҙ, ошонда уҡ үҫемлек майын да ҡойоп ебәрәбеҙ. 

Хәҙер ҡоймаҡ өсөн туҡылған ҡамырҙы 1 сәғәт тирәһе йылы урында ултыртып торабыҙ. 

Күпсегән ҡамырҙы бер аҙ болғатҡандан һуң ҡыҙҙырылған табала ҡоймаҡ итеп ҡоябыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Йома сәйҙәре мөбәрәк булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: