Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Ғинуар 2023, 23:15

Ауырығың килмәһә, йоҡла!

#Төнгө_Һаҡмар Әйтәйек, көн дә һеҙҙең йоҡоғоҙ туймай икән. Күҙ ҡыҙара, баш ауырта. Тағы ниҙәр көтә өкөләрҙе? 

Ауырығың килмәһә, йоҡла!
Ауырығың килмәһә, йоҡла!

Әйтәйек, көн дә һеҙҙең йоҡоғоҙ туймай икән. Күҙ ҡыҙара, баш ауырта. Тағы ниҙәр көтә өкөләрҙе? 

Төн кешегә көс-хәл йыйыу өсөн бирелә. Был ваҡытта кешенең организымы ял итә. Иртәнге көнгә ҡабат көс туплай. Ошоноң менән иммунитетын артыра. 

Төн дауамында көндөҙ беҙҙең организмға ингән патоген микроматдәләр юҡҡа сыға. Әгәр йоҡоғоҙ йыш ҡына туймаһа, һыуыҡ тейҙереү, грипп һәм ОРВИ кеүек ауырыуҙар йышыраҡ эләгә башлай. 

Өлкәндәргә һау-сәләмәт булыр өсөн тәүлегенә 7-8 сәғәт йоҡлар кәрәк. 

Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: