Файҙалы кәңәштәр
15 Ғинуар 2023, 10:35

Тәмле лә, файҙалы ла

Тауыҡ боттары һәм ҡара бойҙайҙан тәмле ризыҡ бешерәйек. Уның тәмле еҫенә яҡындарығыҙ шунда уҡ табын янына йыйылыр...

Тәмле лә, файҙалы лаТәмле лә, файҙалы ла
Тәмле лә, файҙалы ла

Тауыҡ боттарын йыуығыҙ, ҡағыҙ салфетка менән киптерегеҙ. Һауытҡа һалып, тоҙ-борос өҫтәргә, һарымһаҡ, тәмләткестәр һәм майонез менән бутап ҡуйырға. 

Табала үҫемлек майында һуғанды ҡыҙҙырырға. Шунан тураған кишер ҡушырға һәм 2-3 минут ҡыҙҙырырға.

Ҡара бойҙайҙы йыуып, йәшелсәләргә ҡушып бутарға, уттан алырға.

Шул масса өҫтөнә тауыҡ боттарын урынлаштырырға.

Ҡайнар һыуҙа томат пастаһы эретергә, тоҙ һәм борос өҫтәргә. Масса өҫтөнә ағыҙырға.

Фольга менән ҡапларға һәм 180° градуста духовкала бер сәғәт тирәһе бешерергә..

Аштарыбыҙ - тәмле, йорттарыбыҙ ҡотло булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас