Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Ғинуар 2023, 11:20

Бик шәп ярҙам итте

Ҡуҙғала ла алмаған ирем, иртәнсәк йүгереп китте...

Бик шәп ярҙам итте
Бик шәп ярҙам итте

<Минең кәңәшемде лә яҙып алығыҙ әле. Күптәргә ярҙам булыр. Иптәшем оҙон юлдарға йөрөй. Дальнобойщик. Һуңғы осор биле тота башланы. Бер инәйҙең кәңәше буйынса иремдең арҡаһын скипидар майы менән ыуҙым. Унан биленә эттән тарап алған йөндө һалып сыҡтым. Өҫтөнә полиэтилен шыптырын ябып, өҫтөн таҫтамал менән ҡапланым. Ирем ун минуттан тынсып йоҡлап китте. Биленән бөтөнләй ҡуҙғала алмаған ирем, иртәнсәк һин дә мин тороп китте. Һыҙлаған-ауыртҡан тубыҡтарға шулай эшләү ҙә бик ярҙам итә. Үҙемдә һынап ҡараным>.

Бына шулай, ябай ғына ысул, ә шәп ярҙам иткән! Ә һеҙ нисек дауаланаһығыҙ? Миңә яҙығыҙ, дуҫтар!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: