Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Ғинуар 2023, 16:42

Картуфтан запеканка

Байрамдарҙан һуң нимә бешерергә белмәйһегеҙме? Картуфтан бала саҡтағы кеүек запеканка бешерергә була. 

Картуфтан запеканка
Картуфтан запеканка

Бының өсөн урта ҙурлыҡтағы 1 һуған, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1-1,5 кг картуф, 50 гр тирәһе аҡ май, тоҙ кәрәк була. 

Соусты 2 йомортҡанан, 150 гр сырҙан, 22 %-лы һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтан (сливки) эшләйбеҙ. 

Һуғанды ваҡ итеп турап, ҡыҙҙырабыҙ. Унан фарш өҫтәйбеҙ ҙә бешкәнсе ҡурабыҙ. Шулай уҡ тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр тураһында ла онотмайбыҙ.

Картуфты тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа һыуын түгеп иҙәбеҙ. Иҙгән саҡта бер аҙ эҫе һөт һәм май өҫтәр кәрәк була. 

Соусты һөткә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һәм йомортҡа ҡушып эшләйбеҙ. 

Майлы табаға башта картуфты, унан соусты + фарш + соус + картуф + соус итеп ҡатлап һалабыҙ. 

Аҙаҡ 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға оҙатабыҙ. Өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Картуфтан запеканка
Картуфтан запеканка
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: